1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ППМИ-2023 с.Кашкарово

ППМИ-2023 с.Кашкарово

Январь 28, 2023 Просмотров: 30
Ҡашҡар ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә бик матур сара булып үтте.
"Һеҙҙең өсөн генә..." тип исемләнгән шәп концерт килде.
Быйылғы йылды Рәсәй Президенты "Педагог һәм остаз йылы" тип иғлан итте. Шул айҡанлы ауыл хакимиәте Ҡашҡар ауылы биләмәһендә йәшәүсе, бар ғүмерен уҡытыу эшенә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан уҡытыусыларҙы ошондай шәп концертҡа саҡырҙы. Күрше Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһенән ауыл хакимиәте башлығы Рөстәм Мөхтәр улы үҙҙәренең ветеран уҡытыусылары менән дәртле генә килеп тә еттеләр.
Концерт бик матур булды, үҙенең үҙенсәлекле, яғымлы тауышы менән Юлай Асҡаров һәм танылған йырҙары менән Резида Әминева тамашасыларға бик оҡшаны. Йәнле лә йәмле лә барҙы тамаша. Ғүмер байрамдары, туған көндәр менән ҡотлап йырҙар башҡарылды. Хәтирәләргә бирелеп зал менән бергә йырлап, бейеп тә алдыҡ.
Тамаша аҙағында "Педагог һәм остаз йылы" айҡанлы барлыҡ уҡытыусыларға, бер концерттан да ситтә ҡалмаған Искужа башланғыс кластар уҡытыусыһы Юлгильдина Гөлнәзирә Фәнис ҡыҙына,
йыр - моң һөйөүсе, беҙҙең менән бергә булған тамашасыларға, ауыл хакимиәте башлығы Зөһрә Рәфҡәт ҡыҙы изге теләктәрен еткерҙе һәм ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ауылыбыҙ урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында.(ППМИ) "Миләш" балалар баҡсаһы өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға тырышабыҙ. Коллектив та бар сараларҙа ла бик әүҙем ҡатнаша. Уларға ла ҙур уңыштар теләйбеҙ, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Илдәребеҙ тынысланып, ошондай фәһемле, күңелле сараларҙа, күңел тыныслығында гөрләшергә яҙһын һәммәбеҙгәлә лә.